ba
stringlengths
0
3.17k
ru
stringlengths
1
3.11k
corpus
stringclasses
7 values
«Һыу инеү урыны йыһазландырылмаған, тыйған билдәләр ҡуйылған.
«Место для купания не оборудовано, запрещающие знаки установлены.
bashinform
Оператив-тикшереү эштәре алып барыла», – тип белдерҙеләр ведомствола.
Проводятся оперативно-следственные мероприятия», – прокомментировали информацию в ведомстве.
bashinform
Тыйылған урындарҙа, айырыуса эскән килеш һыу инеү, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырыу йылға-күлдәрҙәге фажиғәләрҙең төп сәбәбе булып тора, ти ҡотҡарыусылар.
Купание в запрещенных местах, особенно в состоянии алкогольного опьянения, оставление детей без присмотра взрослыми являются основными причинами происшествий на реках и озерах, напоминают спасатели.
bashinform
Сибайҙа эко-паркты төҙөкләндереү тамамлана
В Сибае завершается благоустройство эко-парка
bashinform
Сибайҙа Мәжит Ғафури исемендәге паркты («Терра Урал аръяғы» эко-паркы) комплекслы төҙөкләндереү эштәре тамамланыуға табан бара.
В Сибае работы по комплексному благоустройству парка имени Мажита Гафури (эко-парк «Терра Зауралье») близятся к завершению.
bashinform
Төҙөкләндереү эштәре бер нисә этапта башҡарылған.
Работы по благоустройству проводились в несколько этапов.
bashinform
Беренсе һәм икенсе этаптарҙа, 2020-2021 йылдарҙа, йәйәүлеләр өсөн юлдар төҙөкләндерелгән, эттәрҙе йөрөтөү өсөн майҙансыҡ эшләнгән, тышҡы яҡтыртыу, видеокүҙәтеү ойошторолған, бәләкәй архитектура формалары ҡуйылған.
В рамках первого и второго этапов, в 2020–2021 годах, был сделан ремонт пешеходных дорожек, оборудована площадка для выгула собак, организовано наружное освещение, видеонаблюдение, установлены малые архитектурные формы.
bashinform
Таш композицияларҙан үҙәк аллея булдырылған, архитектура яҡтыртҡыстары ҡулланылған.
Также создана центральная аллея из каменных композиций, применены архитектурные светильники.
bashinform
Заманса экология тематикаһына айырым иғтибар бүленгән – парк территорияһы экологик материалдарҙан эшләнгән эскәмйәләр, беседкалар, диван-бәүелсәктәр менән йыһазландырылған.
Особое внимание было уделено тематике современной экологии – территория парка оборудована скамьями, беседками, диван-качелями, изготовленными из экологичных материалов.
bashinform
Әлеге ваҡытта төҙөкләндереүҙең өсөнсө этабы буйынса эштәр алып барыла.
В настоящее время ведутся работы по третьему этапу благоустройства.
bashinform
Яһалма һыу ятҡылығы, спорт зонаһы һәм скейт-майҙансыҡ төҙөү бурысы тора.
Предстоит обустроить искусственный водоём, спортивную зону и скейт-площадку.
bashinform
Андрей Назаров Асылыкүлдең һайығыуы мәсьәләһен шәхси контроленә алды
Андрей Назаров возьмет под личный контроль ситуацию с обмелением озера Аслыкуль
bashinform
«Оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Фәрит улы миңә Асылыкүлдәге экологик хәлде шәхси контролгә алырға ҡушты, – тип яҙҙы Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙә.
«Сегодня на оперативном совещании Глава республики Радий Фаритович поручил мне взять под личный контроль экологическую ситуацию на озере Аслыкуль в связи его обмелением, – написал в соцсетях премьер-министр правительства РБ Андрей Назаров.
bashinform
— Һуңғы йылдарҙа был проблема граждандарыбыҙҙы бик ныҡ борсой.
— В последние годы эта проблема очень беспокоит наших граждан.
bashinform
Киләһе аҙнала Экология министрлығы вәкилдәре һәм башҡа яуаплы кешеләр менән күсмә кәңәшмә үткәрәбеҙ».
На следующей неделе проведём выездное совещание с представителями Минэкологии и другими ответственными».
bashinform
Өфөнән Волгоградҡа осоштар тергеҙелә
Возобновляются полеты из Уфы в Волгоград
bashinform
1 августан «Азимут» авиакомпанияһы Өфөнән Волгоградҡа субсидияланған осоштар программаһын тергеҙә.
С 1 августа авиакомпания «Азимут» восстанавливает программу субсидированных полетов из Уфы в Волгоград.
bashinform
«Рейстар аҙнаһына бер тапҡыр, дүшәмбе, Sukhoi Superjet 100 самолетында башҡарыла.
«Рейсы будут выполняться один раз в неделю, по понедельникам, на самолете Sukhoi Superjet 100.
bashinform
Юлға 2 сәғәт 5 минут ваҡыт китә», – тип хәбәр иттеләр «Өфө» халыҡ-ара аэропортының матбуғат хеҙмәтенән.
Время в пути составит 2 часа 5 минут», – сообщили в пресс-службе международного аэропорта «Уфа».
bashinform
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 23 июлдән «Икар» авиакомпанияһы Өфөнән Түбәнге Новгородҡа субсидияланған осоштар программаһын тергеҙҙе.
Как сообщал ранее «Башинформ», с 23 июля авиакомпания «Икар» возобновила субсидированную программу полетов из Уфы в Нижний Новгород.
bashinform
Рәсәйҙә «Мир» картаһына күсерелгән социаль түләүҙәр исемлеге киңәйтелде
В России расширили перечень социальных выплат, которые будут перечислять на карту «Мир»
bashinform
Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән «Мир» картаһына күсерелгән социаль түләүҙәр исемлеге киңәйтелде.
Постановлением правительства РФ расширен перечень социальных выплат, которые будут перечисляться на карту «Мир».
bashinform
Был граждандар үҙҙәренә тейешле түләүҙәрҙе тотҡарлыҡһыҙ алһын өсөн кәрәк.
Это необходимо, чтобы граждане могли получить положенные им выплаты без сбоев и задержек.
bashinform
Һүҙ «Дәүләт социаль ярҙамы тураһында»ғы Федераль закон менән билдәләнгән аҙ тәьмин ителгән граждандарға айлыҡ түләүҙәр һәм пособиелар, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн түләүгә субсидиялар тураһында бара.
Речь идёт о ежемесячных выплатах и пособиях малоимущим гражданам, которые установлены Федеральным законом «О государственной социальной помощи», субсидиях на оплату услуг ЖКХ, если расходы превышают 22% от совокупного дохода семьи.
bashinform
Шулай уҡ милли түләү системаһы карталары ярҙамында торлаҡ һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре өсөн түләүгә киткән сығымдарға компенсация алырға мөмкин.
Также с помощью карт национальной платежной системы можно будет получать компенсацию расходов на оплату жилья и жилищно-коммунальных услуг.
bashinform
Был льготалар ауыл ерендә эшләгән уҡытыусыларға, хеҙмәт осоронда һәләк булған хәрбиҙең йәки Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәренең ғаилә ағзаларына һәм граждандарҙың башҡа категорияларына ҡаралған.
Эти льготы положены педагогам в сельской местности, членам семей погибших на службе военнослужащего или сотрудника МВД и другим категориям граждан.
bashinform
Бынан тыш, «Почетлы донор» билдәһе менән бүләкләнгәндәргә аҡса «Мир» карталарына күсерелә.
Кроме того, на карты «Мир» будет перечисляться ежегодная выплата награждённым знаком «Почётный донор».
bashinform
Быға тиклем «Мир» аша пенсия, хеҙмәт хаҡы, эшһеҙҙәр өсөн пособие, беренсе һәм икенсе бала тыуыуға бәйле түләүҙәр алырға мөмкин ине.
Ранее через «Мир» можно было получать пенсии, зарплаты, пособия для безработных, выплаты в связи с рождением первого и второго ребёнка.
bashinform
Бынан тыш, улар коммуналь хеҙмәттәргә түләгән өсөн кешбэк алырға ла мөмкинлек бирә.
Кроме того, они позволяют получать кешбэк за оплату коммунальных услуг.
bashinform
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, мартта Visa һәм Mastercard халыҡ-ара түләү системалары Рәсәйҙә эште туҡтатыу тураһында иғлан иткәйне.
Напомним, в марте международные платёжные системы Visa и Mastercard объявили о приостановке работы в России.
bashinform
Ошо түләү системаларының Рәсәй банктары сығарған бөтә карталары Рәсәй биләмәһендә элекке режимда эшләй, ләкин улар менән сит илдә түләргә ярамай.
Все карты этих платёжных систем, уже выпущенные российскими банками, продолжат работать на территории России в прежнем режиме, но ими нельзя расплачиваться за границей.
bashinform
Баймаҡта билдәһеҙ водитель 14 йәшлек үҫмерҙе тапатҡан
Полиция Башкирии обнаружила автомобиль, на котором могли сбить насмерть 14-летнего мальчика
bashinform
Фото: Владимир Севастьяновтың ТГ-каналы
Фото: ТГ-канал Владимира Севастьянова
bashinform
Баймаҡта билдәһеҙ водитель 14 йәшлек малайҙы тапатҡан, тип хәбәр итте Башҡортостандың ЮХХДИ начальнигы Владимир Севастьянов үҙенең телеграм-каналында.
Полиции Башкирии удалось обнаружить автомобиль предполагаемого подозреваемого, который насмерть сбил 14-летнего мальчика в Баймаке. Об этом в своем телеграм-канале сообщил глава ГИБДД РБ Владимир Севастьянов.
bashinform
Тәфтишселәр яҡында урынлашҡан ауылдарҙың береһендәге гаражда бәрелгән урыны булған Lada Xray автомобилен тапҡан.
Машина марки Lada Xray была найдена в гараже на территории одной из близлежащих деревень – на транспортном средстве нашли характерные следы после удара.
bashinform
Владимир Севастьянов һүҙҙәренсә, әле машина хужаһын эҙләйҙәр.
Как добавил Владимир Севастьянов, сейчас ведется розыск владельца машины.
bashinform
Республикала хаҡтарҙың тиҙ артыуына юл ҡуймау буйынса хөкүмәт штабы бөтөрөлдө
В Башкирии упразднили правительственный штаб по недопущению ускоренного роста цен
bashinform
Башҡортостан Хөкүмәтенең рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған ҡарарҙа тауар баҙарында тигеҙлекте тәьмин итеү һәм республикала ауыл хужалығы продукцияһына, сеймалға, аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың тиҙ артыуына юл ҡуймау мәсьәләләрен оператив рәүештә ҡарау штабы бөтөрөлә.
На официальном интернет-портале правовой информации РБ опубликовано постановление правительства Башкирии, которым упраздняется штаб по оперативному рассмотрению вопросов обеспечения сбалансированности товарных рынков и недопущения ускоренного роста цен на сельскохозяйственную продукцию, сырье и продовольствие в регионе.
bashinform
Шулай уҡ штаб сиктәрендә эшләп килгән эшсе төркөмдәр бөтөрөлә, ә хөкүмәттең быға тиклем ҡабул ителгән ҡарарҙары үҙ көсөн юғалтты тип танылды.
Упраздняются также действовавшие в рамках штаба рабочие группы, а ранее принятые постановления правительства, регламентирующие их деятельность, признаны утратившими силу.
bashinform
Бындай ҡарар республикала социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлеккә хаҡтар мониторингы буйынса эш төркөмөн булдырыу менән бәйле ҡабул ителде.
Решение принято в связи с созданием в республике рабочей группы по мониторингу цен на социально значимые продукты питания.
bashinform
Бынан алда «Башинформ» республикала аҙыҡ-түлеккә ажиотаждың бөтөүе хаҡында хәбәр иткәйне.
Ранее «Башинформ» сообщал о том, что ажиотажный спрос на продукты в республике нивелировался.
bashinform
Башҡортостанда уңыш йыйыуға төштөләр
В Башкирии приступили к уборке урожая
bashinform
Ейәнсура районында «Баҫыу көнөндә» республикала уңыш йыйыуға символик старт бирҙеләр.
На «Дне поля» в Зианчуринском районе дали символический старт уборке урожая в республике.
bashinform
Мәләүез районында – ужым арышы, Көйөргәҙелә ужым бойҙайы саба башланылар.
В Мелеузовском районе начали косить озимую рожь, в Куюргазинском – озимую пшеницу.
bashinform
Йәрмәкәй, Туймазы, Көйөргәҙе, Өфө райондарында иң иртә культураны – ужым шипкәнен һуғыуға тотонғандар.
В Ермекеевском, Туймазинском, Куюргазинском, Уфимском районах уже приступили к обмолоту самой ранней культуры – озимого рыжика.
bashinform
Был хаҡта социаль селтәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яҙып сыҡты.
Об этом написал в соцсетях Глава Башкирии Радий Хабиров.
bashinform
Аграрийҙарға 1,757 миллион гектар иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы йыйып алырға кәрәк.
Аграриям предстоит убрать 1,757 млн га зерновых и зернобобовых культур.
bashinform
Шуның 262 мең гектары – ужым ашлығы, 1,495 миллион гектары – яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы культуралары.
Из них 262 тыс. га – озимые зерновые и 1,495 млн га – яровые зерновые и зернобобовые культуры.
bashinform
Бынан тыш, 435 631 гектар майҙандан – майлы культураларҙы, 44 320 гектарҙан – шәкәр сөгөлдөрөн, 3900 гектарҙан картуф һәм йәшелсә йыйып алыу бурысы тора.
Кроме того, планируется собрать масличные культуры с площади 435 631 га, сахарную свеклу с 44 320 га, картофель и другие овощи – с 3900 га.
bashinform
«Фараздар һәйбәт.
«Прогнозы неплохие.
bashinform
Әммә белгестәр һандар менән бик һаҡ.
Но специалисты с цифрами осторожничают.
bashinform
Былтырғы ҡоролоҡ барыһын да планлаштырыуға икенсе төрлө ҡарарға мәжбүр итте.
Прошлогодняя засуха всех заставила по-другому подходить к планированию.
bashinform
Ләкин быйыл уңыш өлгөрөү осоронда һауа торошо ыңғай булды.
Но в этом году погода в период созревания урожая была благосклонной.
bashinform
Хатта ямғырҙың күп яуыуы ла ҡамасауламаны.
И даже обильные дожди не особо помешали.
bashinform
Аграрийҙарға көс һәм яҡшы һауа торошо теләйем!», – тип билдәләне Хәбиров.
Желаю всем аграриям сил и хорошей погоды!», – отметил Хабиров.
bashinform
Бөйөк Британия Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа ҡаршы санкциялар индерҙе
Великобритания ввела санкции против Главы Башкирии Радия Хабирова
bashinform
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров – Бөйөк Британияның яңы санкциялар исемлегендә.
Глава Башкортостана Радий Хабиров оказался в новом санкционном списке Великобритании.
bashinform
Исемлек 42 пункт менән тулыланды.
Перечень пополнился на 42 пункта.
bashinform
Башҡортостан етәксеһенән тыш, унда Сыуашстан башлығы, Төмән, Брянск, Курск, Түбәнге Новгород, Һамар һәм Свердловск өлкәләре губернаторҙары, шулай уҡ ДНР хөкүмәте башлығы Виталий Хоценко һәм ЛНР хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Владислав Кузнецов бар.
Вместе с руководителем Башкирии в нем оказались глава Чувашии, губернаторы Тюменской, Брянской, Курской, Нижегородской, Самарской и Свердловской областей, а также глава правительства ДНР Виталий Хоценко и первый зампредседателя правительства ЛНР Владислав Кузнецов.
bashinform
Мортаза Рәхимов һуғыш ветерандары госпиталендә медицина тикшереүе үтә – Һаулыҡ һаҡлау министрлығы
Муртаза Рахимов проходит профосмотр в госпитале ветеранов войн – минздрав Башкирии
bashinform
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан Республика һуғыш ветерандары госпиталендә медицина тикшереүе үткән экс-президент Мортаза Рәхимовтың һаулыҡ торошо тураһында хәбәр иттеләр.
В минздраве Башкирии сообщили о состоянии здоровья экс-президента Муртазы Рахимова, который проходит профосмотр в Республиканском госпитале ветеранов войн.
bashinform
«Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов әле диспансеризация һәм профилактик тикшереү үтеү өсөн Республика һуғыш ветерандары госпиталенең көндөҙгө стационарында.
«Муртаза Губайдуллович Рахимов сейчас находится при дневном стационаре Республиканского клинического госпиталя ветеранов войн для прохождения диспансеризации и ежегодного профилактического осмотра.
bashinform
Уның һаулығы ҡәнәғәтләнерлек.
Состояние его здоровья удовлетворительное.
bashinform
Ул дауаханаға һалынмаған», – тип белдерҙеләр ведомствола.
Он не госпитализирован», – сообщили корреспонденту «Башинформа» в ведомстве.
bashinform
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылдың февралендә Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов 88-се тыуған көнөн билдәләне.
Напомним, в феврале 2022 года первый президент Башкортостана Муртаза Губайдуллович Рахимов отметил свой 88-й день рождения.
bashinform
Өфөнөң «Ҡашҡаҙан» паркын төҙөүселәр Луганск Халыҡ Республикаһында йорттарҙы һәм мәктәпте тергеҙә
Строители уфимского парка «Кашкадан» восстановят жилые дома и школу в ЛНР
bashinform
Фото: Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте
Фото: администрация Главы РБ
bashinform
Өфөнөң «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркын төҙөүселәрҙең алдында Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһында йорттарҙы һәм Петровский ауылының 22-се мәктәбен тергеҙеү бурысы тора.
Строители уфимского парка культуры и отдыха «Кашкадан» займутся восстановлением жилых домов в городе Красный Луч и школы № 22 села Петровское в Луганской Народной Республике.
bashinform
Был хаҡта Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
Об этом сообщает пресс-служба Главы Башкирии.
bashinform
Билдәләнеүенсә, объекттарҙы яңыртыуҙа 32 белгес ҡатнаша.
Отмечается, что участие в обновлении объектов примут 32 специалиста.
bashinform
Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге мәктәпте ремонтлауҙы 1 сентябргә тамамлау планлаштырыла.
Ремонт школы имени Героя России, генерал-майора Минигали Шаймуратова планируется выполнить к 1 сентября.
bashinform
«Һеҙ бик мөһим эшкә тотондоғоҙ.
«Вы взялись за очень важное дело.
bashinform
Донбасс халҡы һеҙҙең ярҙамға мохтаж.
Жители Донбасса нуждаются в вашей помощи.
bashinform
Луганск Халыҡ Республикаһында хәл ябай түгел, ләкин беҙ һеҙҙең менән бергә булырбыҙ.
Обстановка в Луганской Народной Республике непростая, но мы будем рядом с вами.
bashinform
Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ.
Берегите себя.
bashinform
Хәйерле юл!», – тип үҙенең теләктәрен еткерҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров оҙатыу тантанаһында.
Хорошей вам дороги!» – пожелал Глава РБ Радий Хабиров во время церемонии отправки.
bashinform
27 июлдән 1 авгусҡаса Башҡортостанда ғәҙәттән тыш янғын хәүефе көтөлә
С 27 июля по 1 августа в Башкирии ожидается чрезвычайная пожароопасность
bashinform
Башҡортостанда йәшәүселәрҙе янғын сығыу хәүефе хаҡында иҫкәртәләр.
Жителей Башкирии предупреждают об угрозе возникновения пожаров.
bashinform
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәте буйынса, 27 июлдән 1 авгусҡа тиклем республикала урыны менән ғәҙәттән тыш янғын хәүефе көтөлә.
По информации госкомитета РБ по ЧС, с 27 июля по 1 августа местами по республике ожидается чрезвычайная пожароопасность.
bashinform
Радий Хәбиров «Сәләмәтлек поездары»ның эш графигы тураһында хәбәр итте
Радий Хабиров сообщил о графике работы «поездов здоровья»
bashinform
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала «сәләмәтлек поездары»ның йөрөүе тураһында иҫкә төшөрҙө.
Глава Башкирии Радий Хабиров напомнил о передвижении по республике «поездов здоровья».
bashinform
Башҡортостанда «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы дауам итә, унда 26 мобиль комплекс һәм 156 белгес эшләй, тип хәбәр иткәйне «Башинформ» агентлығы.
В Башкирии продолжается акция «Здоровая республика – здоровый регион», в ней задействовано 26 мобильных передвижных комплексов и 156 специалистов, сообщало ранее информагентство «Башинформ».
bashinform
«Хәтерегеҙгә төшөрәм, тикшерелеү – бушлай.
«Напоминаю, обследование – бесплатное.
bashinform
Белгестәргә яҙылырға кәрәкмәй – сират буйынса ҡабул итәләр.
Записываться к специалистам не нужно – прием в порядке живой очереди.
bashinform
Иң мөһиме, үҙегеҙ менән паспорт һәм мотлаҡ медицина страховкаһы полисын алырға онотмағыҙ.
Главное, возьмите с собой паспорт и полис ОМС.
bashinform
Барығыҙға ла һаулыҡ!
Всем здоровья!
bashinform
Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!», – тип яҙҙы Радий Хәбиров Telegram-каналда.
Берегите себя!» – написал Радий Хабиров в Telegram.
bashinform
2022 йылдың башынан Башҡортостандың алыҫ райондарында йәшәгән 54 000-гә яҡын кеше «Сәләмәтлек поездары»нда тикшереү үткән.
Добавим, «Поезда здоровья» в рамках акции «Здоровая республика – здоровый регион» с начала 2022 года охватили уже почти 54 000 жителей отдаленных уголков Башкирии.
bashinform
Башҡортостан Хөкүмәтендә республиканың рәсми туристик маршруты статусын нисек алырға икәнен хәбәр иттеләр
В правительстве Башкирии сообщили, как получить статус официального туристского маршрута региона
bashinform
Башҡортостан Хөкүмәте республиканың рәсми туристик маршруты статусын билдәләү һәм уны файҙаланыу тәртибен раҫланы.
Правительство Башкирии утвердило порядок определения статуса официального туристского маршрута республики и его эксплуатации.
bashinform
Хөкүмәт ҡарарында билдәләнеүенсә, туристик маршрутҡа рәсми статус туроператорҙарҙан, туристик клубтарҙан, мәҙәниәт учреждениеларынан, мәғариф ойошмаларынан һәм туризм өлкәһендәге берләшмәләрҙән, муниципалитеттарҙың урындағы үҙидара органдарынан һәм башҡаларҙан килгән тейешле ғаризаны ҡарағандан һуң бирелә.
Как поясняется в постановлении правительства, придание туристскому маршруту статуса официального осуществляется после рассмотрения соответствующей заявки от туроператоров, туристических клубов, учреждений культуры, образовательных организаций и объединений в сфере туризма, органами местного самоуправления муниципалитетов и т.д.
bashinform
Ғаризаны Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығына тапшырырға кәрәк.
Заявку необходимо представить в министерство предпринимательства и туризма Башкирии.
bashinform
Ғариза яҙыусыға критерийҙар иҫәбендә – республика биләмәһендә бер йылдан ашыу эшмәкәрлек алып барыу; туристик маршрутты Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең киң мәғлүмәт сараларында, социаль селтәрҙәрҙә, рейтингтарҙа күрһәтеү.
В числе критериев к заявителю – ведение деятельности на территории республики не менее года; представленность туристского маршрута в российских и зарубежных СМИ, соцсетях, рейтингах, а также подтверждение заявителем в составе туристского маршрута не менее одного объекта для показа.
bashinform
Тулыраҡ мәғлүмәтте бында алырға мөмкин.
Получить полную информацию можно здесь.
bashinform
Республикала Дим йылғаһын йөҙөп сығырға уйлаған ир батып үлгән
Житель Башкирии утонул, пытаясь переплыть реку Дему
bashinform
Шишмә районы Дурасов ауылы янында 43 йәшлек ир батып үлгән, тип хәбәр итте Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.
В Башкирии около деревни Дурасово Чишминского района утонул 43-летний мужчина, сообщает госкомитет РБ по ЧС.
bashinform
Ведомствола билдәләүҙәренсә, ул Дим йылғаһын йөҙөп сығырға теләгән, ләкин уртаһына еткәс, хәле бөтөп, һыу аҫтына киткән.
Как отметили в ведомстве, погибший пытался переплыть реку Дему, однако не рассчитал свои силы и примерно на середине ушел под воду.
bashinform
Республикаға идара итеү үҙәгендә капремонт өсөн иғәнәләр буйынса льготалар хаҡында һөйләнеләр
В ЦУР Башкирии рассказали о компенсациях по взносам за капремонт
bashinform
Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы хеҙмәткәре Кристина Дикова Республикаға идара итеү үҙәгенән «Сәләм» тапшырыуы эфирында капиталь ремонт өсөн иғәнәләр буйынса льготалар хаҡында һөйләне.
Сотрудник министерства ЖКХ Башкирии Кристина Дикова в эфире передачи «Салям» из ЦУР РБ рассказала о компенсациях, которые положены некоторым категориям жителей республики по взносам за капремонт.
bashinform
Әгәр фатир хужаһы 80 йәштән өлкән йәки уның йорто авария хәлендә тип танылһа, хеҙмәттәр өсөн түләргә кәрәкмәй.
Так, если собственник квартиры старше 80 лет или его дом признан аварийным, то сумма компенсируется в 100% размере.
bashinform